Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2023, 08:30

Медицина картағыҙҙы күргәнегеҙ бармы?

Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе бер ҡатын медкартаһын күреп, шаҡ ҡатҡан. Унда ғүмерендә лә яһалмаған операцияны теркәп ҡуйғандар, имеш! 

Добавить в предпочтительные источники Google
Медицина картағыҙҙы күргәнегеҙ бармы?Медицина картағыҙҙы күргәнегеҙ бармы?
Медицина картағыҙҙы күргәнегеҙ бармы?

"Поликлиникаға ялыу яҙам. Ҡайҙан ялған диагноздар ҡуйыла?" - тип аптырай интернеттан картаһын күсереп алған ҡатын. Был турала news102.ru сайтында хәбәр итәләр.

Ә һеҙ медицина картағыҙҙа нимәләр яҙылғанын яҡшы беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, ҡарағыҙ әле. Бәлки, һеҙ ҙә "яңы сиргә" дусар булғанһығыҙҙыр.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова