Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября 2023, 16:00

Ҡайтыр юлдар...

Ауылыма ҡайтҡан һайын юлдар, Йомшағыраҡ кеүек тойола, Хәтеремә төшә сабый саҡтар, Ай-йылдарым ҡомдай ҡойола. Алыҫ аралар ҙа яҡын кеүек, Ашҡынғанда тыуған яҡтарға, Йөрәк түҙмәй, күңелдәге шатлыҡ, Сәсрәп һуға кеүек ярҙарға. Ҡаршы ала һәр саҡ аҡ ҡайындар, Әйҙәй мине елдәр тик алға, Күп тә үтмәй, тағы юлдар көтә, Ҡайтамын шул, бары тик ялға. Ҡусҡаров Рәмзил

Ҡайтыр юлдар...Ҡайтыр юлдар...
Ҡайтыр юлдар...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас