

Баҫҡыс буйлап 15 кеше эвакуациялана. 8 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөмө эшләй.
Бөгөн төндә янғын һүндереүселәр Нуриман районы Павловка ауылында ла янғын һүндерә. Унда 20х30 м. бер ҡатлы ҡоролма яна. Шулай уҡ янғын һөҙөмтәһендә "КамАЗ" автомобиле һәм мунса зыян күрә. Янғын һүндереүгә 4 берәмек техника һәм 10 кеше йәлеп ителгән.
Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Электрификация урамында буш йортта ут сыға. Зыян күреүселәр юҡ. Утты һүндереүгә 7 берәмек техника һәм 18 кеше йәлеп ителгән.
Фотто: МЧС РБ.