

Әлшәй районы Һарыш ауылында айғыр юғалғас, ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм ебәрелә. Эҙләү барышында айғырҙы Ҡыҙыл Юл ауылынан 25 йәшлек ирҙең урлағаны асыҡлана. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Ғафури районы Имәндәш ауылында бер хужаның алты аты юғала. Ғафури районы оператив хеҙмәткәрҙәре аттарҙы эҙләп табып, ғәйепләнеүсене, Юрмаш ауылынан 27 йәшлек ирҙе, ҡулға ала.
Һуңынан ҡараҡтарҙың дуҫ булыуы асыҡланған. Аттарҙы урлау факттары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Урланған аттар хужаларына ҡайтарылған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.