Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября 2023, 05:14

Хатаны нисек төҙәтергә?

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттә киткән хатаны төҙәтергә мөмкин. Быны нисек эшләргә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Хатаны нисек төҙәтергә?Хатаны нисек төҙәтергә?
Хатаны нисек төҙәтергә?

"Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.
Хаталар техник йәки реестрҙың үҙендә булыуы мөмкин.
Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына мәғлүмәттәр индергәндә грамматик йәки арифметик хаталар, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ебәрелгән яңғылыш яҙыуҙар техник хата тип атала.
Реестрҙағы хата - документтағы дөрөҫ булмаған мәғлүмәт. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына шуның нигеҙендә мәғлүмәт индерелә. Мәҫәлән, межалау йәки техник план төҙөгәндә кадастр инженеры ебәргән хата. Реестрҙағы хатаны төҙәтеү ауырыраҡ, сөнки уның өсөн беренсел документта мәғлүмәтте төҙәтергә кәрәк.

Техник хатаны онлайн рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре аша ла төҙәтергә мөмкин: https://vk.cc/cqXxEi - был иң уңайлы ысул.
Шулай уҡ, Күп функциялы үҙәк офисында йәки "Роскадастр" филиалында төҙәттерергә була.

Ҡыҙыҡһынған һәр кем ғариза бирергә мөмкин. Техник хатаны төҙәтеү ваҡыты - ғариза биргән мәлдән алып өс эш көнө.

Реестр хатаһын төҙәтеү өсөн "Росреестр"ға хата барлығын раҫлаусы һәм төҙәтеү өсөн аныҡ мәғлүмәттәр яҙылған документтар тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр реестр хатаһы межалау һәм техник пландан, тикшереү актынан Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына күсереп алынған булһа, уны төҙәтеү өсөн ошо документтарҙы әҙерләгән кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә төҙәтмә индергәндән һуң - "Росреестр"ға шул документтар менән ғариза бирергә була. Белгестәр биш эш көнө дауамында үҙгәрештәр индерә.

Әгәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы хатаны төҙәтеү хоҡуҡҡа эйә булғандарҙың йәки яҙмала күрһәтелгән кешеләрҙең законлы мәнфәғәттәрен боҙа икән, төҙәтмә суд ҡарары буйынса ғына индерелә.

Реестр хатаһы асыҡланған осраҡта ер хужаһына хатаны төҙәтеү кәрәклеге хаҡында ҡарар ебәрелә. Хужа уны өс ай эсендә үҙаллы төҙәтә ала. Әгәр быны хужа эшләмәһә, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына үҙгәрештәрҙе "Росреестр" индерә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова