

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһының икенсе этабы үтте. Сарала ҡатнашыусылар 10 сентябрҙә үткән Берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидатура тәҡдим итте.
Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Республикаһы Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул партияның республикала йәшәүселәр мәнфәғәте өсөн һөҙөмтәле эшмәкәрлеген айырым һәҙәғ өҫтөнә алды.
Радий Хәбиров алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың конструктив эшен билдәләне һәм яңы саҡырылыштағы парламент Рәйесе вазифаһына Константин Толкачевтың кандидатураһын тәҡдим итте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидатуралар альтернатив нигеҙҙә тәҡдим ителде. Парламент Рәйесе вазифаһына икенсе дәғүәсе – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров булды. Йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса конференция делегаттары күпселек тауыш менән Константин Толкачевтың кандидатураһын хуплап сыҡты. Хәҙер «Берҙәм Рәсәй» партияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы ошо кандидатураны депутаттар корпусы тарафынан раҫлау өсөн тәҡдим итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың етенсе саҡырылыш закондар сығарыу органының беренсе ултырышы 5 октябрҙә үтәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.