Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября 2023, 10:14

Битлек тәртибе индерелерме?

Рәсәй Хөкүмәте йортонда битлекһеҙ йөрөү тыйыла, эш осрашыуҙары һәм командировкалар сикләнгән. Табиптар әҙер булырға кәңәш итә... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Битлек тәртибе индерелерме?Битлек тәртибе индерелерме?
Битлек тәртибе индерелерме?

Шул уҡ ваҡытта Кремлдә битлек режимы әлегә индерелмәгән. Уйламайҙар ҙа, буғай. Һәр хәлдә РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков киҙеү, коронавирус менән ауырыусылар һанының күбәйеүе күҙәтелеүен әйтә.

"Кремлдә карантин табиптарҙың тәҡдиме менән индереләсәк, әлегә был турала һүҙ юҡ. Прививка яһатыуға килгәндә, һәр кемдең шәхси эше", - тигән Песков әфәнде. 

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә миҙгел сирҙәренә әҙер торорға кәңәш биргән. Ә мотлаҡ битлек кейеү тәртибе индерелмәйәсәк. Шулай ҙа һаҡланыу өсөн кейһәгеҙ яҡшы.

Ауырымағыҙ, йәмәғәт!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова