Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2023, 10:34

Әҙәби диктант яҙырға теләйһегеҙме?

Тиҙҙән халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы үтә. Унда баш ҡалабыҙҙың ете китапханаһы ҡушыла. Әҙәби диктант 20 һорауҙан тора.

Әҙәби диктант яҙырға теләйһегеҙме?Әҙәби диктант яҙырға теләйһегеҙме?
Әҙәби диктант яҙырға теләйһегеҙме?

23 сентябрҙә төшкө сәғәт 12-лә рус теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү һәм һаҡлауға арналған "Әҙәби диктант - 2023" акцияһы башлана. Уны Мурманск дәүләт өлкә универсаль ғилми китапханаһы ойоштора.

Өфөлә ете майҙанда яҙырға мөмкин:

- Үҙәк ҡала китапханаһы - Комсомол урамы, 138, тел.: 216-47-28;

- 2-се моделле китапхана - З. Биишева урамы, 15,  тел.: 216-47-38;

- 10-сы китапхана - Ғафури урамы, 17, тел.: 216-47-96;

- 13-сө - Ухтомский урамы, 12, тел.: 216-48-02;

- 14-се - Әхмәтов урамы, 316, тел.: 216-48-23;

- 26-сы - Жуков урамы, 11/2, тел.: 216-48-65;

- 32-се - Ферин урамы, 14, тел.: 216-48-85.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас