Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2023, 10:13

Баҡалы районында фажиғә...

Кисә кис Баҡалы-Туймазы юлындағы күперҙә 2006 йылғы үҫмерҙең кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙ ирке менән яҡты донъянан киткән.

Баҡалы районында фажиғә...Баҡалы районында фажиғә...
Баҡалы районында фажиғә...

Уның ябай имен ғаиләлә тыуып үҫкәнлеге билдәле. Интернетта мәктәп уҡыусыһының ижади музыкаль конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар. Синтезаторҙа яҡшы уйнаған булған. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын тикшерә, тип "Башинформ" хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас