Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2023, 08:05

Бөгөндән Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башлана

Ул киң йәмәғәтселектең иғтибарын бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы аварияларҙы кәметеү проблемаһына йүнәлтергә тейеш.

Бөгөндән Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башланаБөгөндән Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башлана
Бөгөндән Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башлана

Башҡортостан Республикаһында тематик дәрестәр, конкурстар, викториналар, флешмоб акциялары үтәсәк.

Балаларҙың юл-транспортта йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса саралар уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, педагогик хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт, йәштәр, ирекмәндәр һәм башҡа ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән берлектә ойошторола.

Аҙналыҡ сиктәрендә (18 сентябрҙән 22-нә тиклем) түбәндәге саралар планлаштырылған: 

️- 2023 йылдың 19 сентябренән 15 октябренә тиклем Учи.ру онлайн-платформаһында 1-9 синыф уҡыусылары өсөн "Хәүефһеҙ юлдар" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтә dorogi.uchi.ru;

- 2023 йылдың 19 сентябрендә Учи.ру платформаһында, "Хәүефһеҙ юлдар" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһын үткәреү сиктәрендә, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында Бөтә Рәсәй асыҡ дәресе үтәсәк;

- 2023 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре "Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө"н үткәрә. 

️Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, һеҙгә Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы барышында ғына түгел, ә ғүмерегеҙ буйына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Юлда иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас