Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2023, 16:00

***

Араларға йылғыр йылдар ятҡан,Барыр юлдарыбыҙ аҙашҡан.Уйландырып, уфтандырып ҡынаТөшкә инә бөркөт ҡараштар.Яттар ҡулы менән ярты итепЯҙылғанмы шулай яҙмыштар?..Йылдар аша тоям ғазаптарын,Һыҙланалыр бөркөт ҡараштар...Ҡар-буранлы, зәһәр елле икәнМин юлыҡҡан ҡырыҫ тарафтар...Оҙон төндәр, үкенестәр өсөнКисерегеҙ, бөркөт ҡараштар....Йылдар өҫтәп, юлдар оҙонайыр,Йөрәктәрҙә ҡалыр һағыштар...Йәшәргә көс, йәшнәргә дәрт өҫтәйТөшкә ингән бөркөт ҡарашатар. Айгөл Назырова

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас