

Бүлмә гөлдәрен үрсеткәндә ҡайһы бер хужабикәләр үҫентене тамырландыра алмай аҙаплана. Япраҡтан үрсегән бегония, миләүшә гөлдәре япраҡтары тамырланһын алһын өсөн күп ваҡыт кәрәк. Һыуға ултыртып ҡуйһаң, тамыр ебәрмәй серей. Тамырланыу процесы тиҙ барһын өсөн “Корневин”, “Гетероауксин” препараттарын ҡулланырға була. Махсус эретмәне өй шарттарында ла эшләргә мөмкин .
Бал. 1,5 л һыуға бер балғалаҡ бал һалып иҙелә. Үҫентенең ботағын йәки япрағын 12 сәғәт тоторға.
Картуф. Тамыр йәйҙереү өсөн ҙур картуф та һәйбәт. Иң тәүҙә уның күҙҙәрен алырға кәрәк. Һуңынан эсенә һыу һалып, үҫенте урынлаштырыла. Картуфта күп туҡлыҡлы матдә бар.
Алоэ һуты. Үрсетмә ултыртҡан һыуға 6 – 7 тамсы алоэ һутын тамыҙырға була. Был эретмә иммун системаһына яҡшы.
Тал ботаҡтары ултыртылған һыуҙа ла үҫентеләр һәйбәт тамыр ебәрә.
Әсетке. 1 литрға 100 г әсетке һалып, унда гөлдәрҙең ҡырҡып алынған ботаҡтарын бер тәүлеккә ултыртырға. Һуңынан таҙа һыуға урынлаштырырға.
Үрҙә һанап үтелгән эретмәләр үҫентене файҙалы матдәләр менән туҡландыра.