Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2023, 12:00

Декрет ялында ултырырға теләмәһәгеҙ...

Өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялдан ваҡытынан алда эшкә сығырға мөмкинме?

Декрет ялында ултырырға теләмәһәгеҙ...Декрет ялында ултырырға теләмәһәгеҙ...
Декрет ялында ултырырға теләмәһәгеҙ...

 

*Тулы булмаған эш көнөнә сығырға мөмкин. Эш көнө дауамлылығының сабыйҙы тәрбиәләргә мөмкинлек биреүе шарт. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләр йәки опекундар ай һайын пособие ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар тулы булмаған көнгә эшкә сыға ала. Бындай осраҡта, баланы ысынында кем ҡарай, пособие шул кешегә түләнә.

*3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ял осоронда эшләү өсөн етәкселек менән алдан уҡ смена оҙайлығы һәм эш көндәре һаны тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк.

*Йәш әсәләр командировкаларҙан, өҫтәлмә һәм төнгө эштәрҙән, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тарта ала.

*Бала ҡарау буйынса ялды эшкә сығыу өсөн туҡтатырға, ә һуңынан йәнә рәсмиләштерергә мөмкин.

*Бала ҡарау буйынса ял ваҡытында ата-әсәнең эш урыны һаҡлана.

*Хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, Онлайнинспекция.рф порталында «Проблема хаҡында хәбәр итергә» сервисы аша мөрәжәғәт итегеҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас