Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентября 2023, 11:00

Ҡышҡылыҡҡа сөгөлдөр салаты

Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр, 70 г һарымһаҡ, 120 помидор, 100 г татлы борос, 80 г һуған,  60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына.

Добавить в предпочтительные источники Google

 Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды   нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 10 минут утта тоторға. Помидорҙы йыуып,  ҡырғыстан ҡырырға.  Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына ҡырыла. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып,  шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут  бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина