Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2023, 12:40

Медицина колледжында - мәртәбәле ҡунаҡ

Өфөгә РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко килде.

Медицина колледжында - мәртәбәле ҡунаҡМедицина колледжында - мәртәбәле ҡунаҡ
Медицина колледжында - мәртәбәле ҡунаҡ

 

Бөгөн, 16 сентябрҙә, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфө медицина колледжында булды.

Уҡыу йортонда әлеге көндә ете йүнәлеш – дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше, медицина-профилактика эше, лаборатория диагностикаһы, фармация, медицина массажы буйынса 2 меңдән ашыу студент уҡый.

«Беҙҙең колледж – Рәсәй буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе ҡабул итеп, белгестәр әҙерләгән бер нисә медицина белем биреү учреждениеларының береһе. Атап әйткәндә, күреү һәм ишетеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыуға алабыҙ. Улар массаж буйынса шәфҡәт туташтары һәм лаборатор диагностика белгестәре булып сыға. Шулай уҡ беҙ медицина учреждениелары, республика райондары менән тығыҙ эшләйбеҙ, улар менән маҡсатлы уҡытыуға килешеүҙәр төҙөйбөҙ һәм билдәле медицина ойошмаһына эшкә урынлашыуҙы планлаштырабыҙ. Уҡыуҙы тамамлағас, беҙҙең студенттар үҙ райондарына эшкә ҡайта йә иһә маҡсатлы рәүештә дауаханаларға бара, улар хатта уҡыу процесы барышында өҫтәмә стипендия ла түләй. Беҙҙә 153 уҡытыусы, шул иҫәптән фән кандидаттары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары һәм табиптары эшләй», - тип һөйләй  колледж директоры Илдар Ғиләжев.

Михаил Мурашко Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән бергә хирургия йүнәлешендәге пациенттарҙы дауалау, физиологик акушерлыҡ, сәләмәт кеше һәм уның әйләнә-тирәһе кабинеттарында булды һәм студенттар менән аралашты.

Һаулыҡ һаҡлау министры колледждың яйға һалынған эшенә яҡшы баһа бирҙе һәм киләсәктә лә улар ашығыс медицина ярҙамы станцияһында үҙ һөнәри бурыстарын сифатлы һәм оператив үтәүҙәрен теләне.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас