Күптәр бүлбенән үҫә торған сәскәләрҙе ҡулай күрә. Улар – нәркәстәр, ләләләр, крокустар.
Флокс, крокус, нәркәстәр ҡояшлы урындарҙы ярата.
Пиондар, иристарҙы ла ҡышҡа ингәнсе ултыртып ҡалдырырға кәрәк. Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ. Шуға ла роза, лилиә , хризантема, пиондарҙы яҡшылап ябып ҡуйығыҙ. Төптәренә серетмә, торф, бысҡы вағы күмелһә, һыуыҡҡа бирешеп бармайҙар. Көҙгөлөккә космея, тырнаҡ гөлө, ромашка, бәрхәт гөл сәсеп ҡалдырырға мөмкин.