Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2023, 07:38

18 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр...

Бер туҡтауһыҙ яҙабыҙ, иҫкәртәбеҙ, әммә бөтә файҙаһыҙ: уҙған тәүлектә республикала 27 кеше муттарҙың тоҙағына ҡапҡан. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан бер табип мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса 10 миллион һумдан ашыу аҡсаны улар күрһәткән иҫәпкә күсергән (ике миллион һум - шәхси тупланмалар, ҡалғаны - кредитҡа алынған).

18 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр...18 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр...
18 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр...

Өфөнән 73 йәшлек ир муттарҙы 1 миллион 800 һумға байытҡан. 1973 йылғы ир билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшкәндән һуң мутлашыусыларға 2 миллион 600 мең һумдан ашыу аҡса күсергән, шуларҙың 1 миллион 800 меңе - шәхси аҡса, 800 меңе - кредит аҡсаһы.

Нефтекаманан 22 йәшлек студентҡа шулай уҡ билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, аҡсаны Рәсәй Федерацияһында тыйылған ойошмаларҙың иҫәбенә ебәреүҙе тыйыу һылтауы менән 600 мең һумдан ашыу аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерергә күндерә. Егет, алдаҡсыларҙың бөтә талаптарын үтәп, 100 меңдән ашыу шәхси аҡсаны һәм 500 мең кредит аҡсаһын күсерә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас