***
Уйламайса кемдәрҙелер Кәмһетеүе еңел генә, Ауыр һүҙҙәр ҡаҙалалар Хәнйәр булып күңеленә. Еңел генә кемдәрҙелер Хөкөм итеп ебәреүҙәр, Насар ҡылыҡтарын күреп, Ғәйбәт һөйләп йөрөүҙәр. Еңел генә онотоуы, Вәғәҙәне боҙоу анһат. Хыянат та итеү еңел, Ҡала бары бер яманат. Еңел генә үтәләр ул Кеше баштарынан хәҙер. Аҡса өсөн, байлыҡ өсөн Әллә нимәләргә әҙер... Ауыр аңлау, ауыр һөйрәү Тормош арбаларын үҙең. Күтәреүе бигерәк ауыр Һәленеп тә төшһә иңең. Иң ауыры: яҡыныңа Булып ҡалһаң бер ят бауыр. Үҙең булып ҡалыу ҡыйын, Үҙ-үҙеңде еңеү ауыр. Г. Ниғмәтуллина