Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2023, 15:29

"Инвестициялайҙар" ғына...

Республика халҡы "инвестициялау" һәм "аҡсаны һаҡлау" маҡсатында мутлашыусыларға биш миллион һумдан ашыу аҡса биргән. Алдаҡсыларҙың тоҙағына ололар ғына түгел, йәштәр ҙә эләгә.

"Инвестициялайҙар" ғына..."Инвестициялайҙар" ғына...
"Инвестициялайҙар" ғына...

Өфөнән 24 йәшлек ҡыҙҙың телефонына "банк вәкиленән" шылтыратыу килә, ул аҡсаны ашығыс рәүештә "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәклеген әйтә. Өфө ҡыҙы кредит рәсмиләштерә, шәхси аҡсаларын өҫтәй һәм 1 миллион һумдан ашыу сумманы муттарға ебәрә.

Мәләүез районынан 42 йәшлек ҡатын 1,5 миллион һумға яҡын кредит алып, шуны тотошлай "инвестициялаған". Йәғни, елгә осорған.

Бәләбәйҙән 37 йәшлек ҡатын шылтыратыусыларҙың күрһәтмәләре буйынса 1 миллион һумлыҡ кредит ала һәм аҡсаны мутлашыусылар ҡушҡан иҫәпкә күсерә.

Республиканың тағы ла 3 кешеһе ошондай уҡ бәләгә тарый, уларҙың һәр береһе мутлашыусыларға 1 миллион һумға яҡын аҡса күсерә. Әлеге ваҡытта был мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
 
Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, трубканы ҡуйығыҙ. Билдәһеҙ кешеләрҙең смс-хәбәрҙәренә яуап бирмәгеҙ. Аҡсағыҙ сығып бармайҙыр бит...
 
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас