Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2023, 09:30

Хәүеф юҡ, шулай ҙа йомортҡаны йыуып бешерегеҙ

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса етәксеһе Анна Казак ҡош киҙеүе тураһында яңы мәғлүмәт бирҙе. Беләһегеҙ, Өфө районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында вирус таралғайны. Хәҙер хәүеф янамай, сир бөтөрөлгән, кешегә йоҡмаған. Ә магазиндарҙағы продукция буйынса яуап бармы?

Хәүеф юҡ, шулай ҙа йомортҡаны йыуып бешерегеҙХәүеф юҡ, шулай ҙа йомортҡаны йыуып бешерегеҙ
Хәүеф юҡ, шулай ҙа йомортҡаны йыуып бешерегеҙ

Белгес әйтеүенсә, республика магазиндарында ҡош иттәре, йомортҡалар хәүефһеҙ. Шулай ҙа йомортҡаны яҡшылап йыуып ҡулланырға, итте тейешле температурала бешерергә кәрәк.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас