

Хужаһы, 57 йәшлек ирҙең, һөйләүенсә, ул Буянды тышап, үлән уртларға сығарып ебәргән. Ғәҙәттә, ат үҙе кис һайын ҡайта торған булған, тик был юлы хужаһы уны көтөп ала алмаған. Ир бер нисә көн дауамында Буянды үҙ аллы яҡындағы ауылдарҙа, урмандарҙа эҙләй. Аттың кире ҡайтырына ышанып, полицияға ла мөрәжәғәт итмәй. Һәм тиҙҙән уға Учалы районының Миндәк ауылында хужаһыҙ буҙ аттың йөрөүе тураһында хәбәр итәләр.
Фотола хужа үҙенең малын таный һәм шунда уҡ уның артынан бара. Атын килеп тапҡас, ир уны урлағандарын аңлай, сөнки, беренсенән, Буян үҙе бер нисек тә 80 саҡрым алыҫлыҡҡа китә алмай, икенсенән, тышауы муйынында була. Ат ҡарағының шәхесен асыҡлар өсөн ул полицияға мөрәжәғәт итә лә инде.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ат ҡарағын эҙләп таба. Шығай ауылынан 31 йәшлек ир (ул алдан әллә нисә тапҡыр хөкөм ителгән), үҙенең ғәйебен таный.
Эсергә әүәҫ рецидивист гелән аҡсаға мохтажлыҡ кисерә. Бер көндө ул ауылдың ситендә тамғалы атты күрә. Малды иткә тапшырып, аҡса эшләргә ниәтләгән ҡараҡ чипланған атты өйөнән алыҫҡараҡ ерҙә һатырға ҡарар итеп, Учалы районына юллана. Кисен ял итергә туҡтағанда енәйәтсе йоҡоға тала, шул мәлдә Буян ҡаса!
Урланған атты тапмай, ҡараҡ попуткала ҡайтып китә...
Тәфтиш бүлеге тарафынан урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған, тип Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән Анна Митюшкина хәбәр итә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.