

Бер сәғәттән һуң Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауылы эргәһендә, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 65-се километрында, Өфөнән 33 йәшлек ир "Daewoo Gentra" руле артында 40 йәшлек Благовещен кешеһен бәрҙерә, ул, фараз ителеүенсә, ҡаршы йүнәлештә юл буйлап килә, кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмай. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк вафат була.
Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.