Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2023, 04:41

Ә һин быйыл ағас ултырттыңмы?

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылырға мөмкинлек бар. 23 сентябрҙә Өфөлә 2 393 төп ағас һәм 2 996 ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана.

Ә һин быйыл ағас ултырттыңмы?Ә һин быйыл ағас ултырттыңмы?
Ә һин быйыл ағас ултырттыңмы?

170 урын әҙерләнгән. Улар ихаталарҙа, йәмәғәт биләмәләрендә. Башлыса ҡарағай, йүкә, ҡайын, балан, муйыл, сирен, барбарис кеүектәр һайланған.

Баш ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, "Йәшел Башҡортостан" - уның иң яратҡан акцияларының береһе.

Ҡатнашырға теләүселәр ошондла мәғлүмәт ала ала: https://ufa-green.ru/

Әйткәндәй, республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ла ағас ултыртыу акцияһы үтәсәк.

#мэрияуфы #зеленаябашкирия

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас