Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2023, 11:00

Бала тапҡансы ауырлы икәнен белмәгән

Дондағы Ростов ҡалаһындағы бер ҡатын үҙенең ауырлы икәнен  балаһы тыуыуға бер сәғәт ҡалғас ҡына белгән. 

Бала тапҡансы ауырлы икәнен белмәгәнБала тапҡансы ауырлы икәнен белмәгән
Бала тапҡансы ауырлы икәнен белмәгән

  Ҡаланың 8-се дауаханаһына килгән ҡатын  эсе ауыртыуға зарлана. Әммә табиптар уның  ауырыу түгеллеген, ә ауырлы булыуын һәм тиҙҙән әсәй буласағын хәбәр итә.  Ысынлап та, бер сәғәттән ҡатын 3,5 килограмлыҡ һау-сәләмәт бала таба.  

Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын быға тиклем бер тапҡыр ҙа медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәгән һәм иҫәптә лә тормаған. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас