Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2023, 12:17

Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

Был ялдарҙа ла Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Республика кимәлендәге "Татлы бал" күргәҙмә-йәрминкәһендә умартасылар һеҙгә иң яҡшы тауарҙарын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ баҡса уңышын да һатып алырға мөмкин.

Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!
Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

Баш ҡалалағы ял баҙары урындары:
Шәмбелә

Дим биҫтәһендә – Хәҡиҡәт, Таллин, Ухтомский урамдары киҫелешендә

Инорста – Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫелешендә

Черниковкала – С. Орджоникидзе майҙанында

Затонда – “Тулҡын” паркы янында

Үҙәктә – Спорт һәм Йәштәр һарайҙары алдында

“Зеленка”ла – Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт янында


Йәкшәмбелә

Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫелешендә

Спорт һәм Йәштәр һарайҙары алдында


Иртәнге 9-ҙан төштән һуң 4-кә тиклем эшләй.

Фото һәм мәғлүмәт: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас