АУЫЛ КЕШЕҺЕ
Мин һоҡланам ауыл кешеһенә, Ғәжәпләнәм уға көндән-көн. Күрһәтергә ине шул кешегә Хеҙмәтенә күрә хөрмәтен! Ауыл кешеһенең кендеге Тыуыу менән ергә береккән. Юҡтыр уның кеүек тыуған ерен, Гөл-баҡсаға күмеп, үҙ иткән. "Барып ял итеп ҡайт",- тиһәң Уйлай башта йорт-ерен, ҡураһын. "Кемгә ҡалдырайым икән?"- ти ул Көс, тир түгеп ҡорған донъяһын. Ялға китһәм донъям туҡтала: - Малдарыма бесән кем һала? - Һыйыр бар бит, уны кем һауа? - Бесән еткән, уны кем саба? Бармаҫ өсөн йөҙ сәбәп таба. Баҡсамдағы картуф сүптәрен Мин утамай уны - кем утар? Сират көтөүе лә етеп килә, Минән башҡа уны кем көтөр? Нисә һыйыр, нисә һарыҡ бар, Ҡаҙ-өйрәге, тауыҡ, себеше. Ялға китһәм минән башҡа Кем эшләр һуң бөтә был эште? Баҡса башындағы ҡойма ауған, Тотаһы бар уны яңынан. Ял итергә балаларҙың Ҡошсоҡтары ҡайта ҡаланан. Һөйөнә-һөйөнә ҡаршы алаһың, Улар арттарыннан сабаһың. Шул балалар менән мәж килеп, Йәй төҫөн дә күрмәй ҡалаһың. Көҙ барырға тиһәң картуфы, Кишер, сөгөлдөрө баҡсала. Ҡаҙып алып баҙға тултырғансы, Инде һалҡын ҡышы башлана. Ауыл йорто ҡала йорто түгел, Бер йоҙаҡҡа ғына бикләргә. Ун ишектә ун йоҙаҡ, ҡапҡаһына Терәү кәрәк һөйәп китергә. Һалҡын ҡышта өйҙө ташлап, Нисек инде сығып китәһең? Котел һүнеп, торба шартлаһа, Унан нисек ҡайтып етәһең? Нисек кенә түҙеп ятмаҡ кәрәк, Сөнки уға ваҡыт ҡәҙерле. Ят нәмә ул ауыл кешеһенә Эшһеҙ, ашап ятыу - әҙерҙе. Ял итергә уның ваҡыты юҡ, Көн тыуҙымы уны эш көтә. Яҡҡан мунса, һөтлө сәйе булһа, Ауыл кешеһенә шул етә. Тыуған ергә булған мөхәббәт, Ауыл кешеһенең ҡанында. Аңлар өсөн бының барыһын да Күп кәрәкмәй, бары тыуыу етә Бер бәләкәй генә ауылда! Ж. Шакиров