+2 °С
Болотло
Диетолог-эндокринолог, Пирогов исемендәге Рәсәй геронтология ғилми-клиник үҙәге белгесе Екатерина Иванникова белдереүенсә, оло йәштәгеләргә бәшмәкте бик һаҡ ашарға кәрәк. Сөнки был ризыҡ ауыр үҙләштерелә. Бәшмәк хитин һәм клетчаткаға бай. Уны даими ашау ашҡаҙанға ауырлыҡ килтерә. Әлбиттә, миҙгелендә әҙ-әҙләп ашарға мөмкин (тәүлегенә 100 - 150 г). Ашҡаҙан-эсәк, бауыр, бөйөр ауырыуҙары булғанда бәшмәк ашамағыҙ. Шулай уҡ юғары ҡан баҫымы менән йонсоусылар ҙа ашамаһын.