Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентября 2023, 14:30

Ҡабаҡ салаты

 Дөгө, фасоль йә ҡарабойҙай ярмаһы ҡушып эшләнгән  ҡабаҡ салаты   туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Банканы асҡандан һуң йылытып, гарнир урынына ла ҡулланырға мөмкин, икмәккә һылап та ашарға була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡабаҡ салатыҠабаҡ салаты
Ҡабаҡ салаты

 

Уны әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡабаҡ, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 250 г дөгө ярмаһы, 4 ҡалаҡ тоҙ, 100 г шәкәр, 200 мл үҫемлек майы, 1 балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе алына.

  Салат әҙерләү өсөн ҡабаҡты шаҡмаҡлап, һуғанды ярым түңәрәкләп, боросты оҙонсалай һәм помидорҙы өлөшләп турарға,  кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, ә һарымһаҡты мөмкин тиклем ваҡларға. Барыһын бергә ҙур һауытҡа һалып, тоҙ, май һәм шәкәр өҫтәп бешерергә. Йәшелсә ҡайнап сыҡҡас, дөгө өҫтәргә  һәм бутай-бутай бер сәғәт ҡайнатырға.  Әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын ябырға.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина