Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2023, 11:43

Республика парламенты яңырҙы

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына депутаттар һайлауҙың берҙәм республика округы буйынса рәсми һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Республика парламенты яңырҙыРеспублика парламенты яңырҙы
Республика парламенты яңырҙы

Тауыштар шулай бирелгән: 

«Берҙәм Рәсәй» — 1 063 631 кеше, КПРФ — 180 696, ЛДПР — 119 373, «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — Хәҡиҡәт өсөн» — 114 056, «Яңы кешеләр» 52 688 кеше.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа 41 мандат алды, КПРФ — 6, ЛДПР һәм «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — Хәҡиҡәт өсөн» 4-әр.

Бер мандатлы округтар буйынса һөҙөмтәләр шундай: «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 46 кеше, үҙ-үҙен күрһәтеүсе - 4, КПРФ - 2, «Яңы кешеләр», «Йәшелдәр», «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — Хәҡиҡәт өсөн» - 1-әр.

Парламенттың яңы саҡырылыштағы тәүге ултырышы 5 октябрҙә үтәсәк.

Фото: ЦИК РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас