Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентября 2023, 09:06

Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа арналған хәтер кисәһе була

Арҙаҡлы башҡорт улы, һәләтле шәхесебеҙ, данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына - 95 йыл.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа арналған хәтер кисәһе булаИшмулла Дилмөхәмәтовҡа арналған хәтер кисәһе була
Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа арналған хәтер кисәһе була

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡорт АССР-ының халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ишмулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәрә.

Сараның режиссеры - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәт Үтәшев.

Һеҙҙе 15 сентябрҙә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының камера залында көтәбеҙ. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова