

Берәр стакан йөҙөм менән әстерхан сәтләүеге алырға һәм шуға ҙурлыҡтағы ике лимонды ит үткәргес аша үткәреп, берәр стакан бал, кишер һәм сөгөлдөр һуты ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Шифалы тәмлекәсте һыуытҡыста һаҡларға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлек ярҙамында ла гемоглобинды күтәреп була. Бәшмәк, фасоль, алма, груша, ҡара ҡарағат, сөгөлдөр, крыжовник, ҡарабойҙай бутҡаһы, борсаҡ, гранат уны күтәрергә ярҙам итә. Шулай бауыр менән йәш тана һәм тауыҡ ите лә файҙалы.
Әйткәндәй, аҙыҡ-түлектәге тимер яҡшы үҙләштерелһен өсөн С витамины кәрәк. Ул татлы бороста, гөлйемештә, һырғанаҡта, ҡара ҡарағатта, кивила, петрушкала, әфлисунда, шпинатта, грейпфрутта, ҡуҙғалаҡта, лимонда, алмала, укропта, миләштә, кәбеҫтәлә күп. Ә бына тәбиғи ҡәһүә, шоколад, ҡуйыртылған һөт, сыр, һөт аҙыҡтары, бойҙай оно организмға тимерҙе үҙләштереүҙе тотҡарлай.