

Уны бөтөрөү өсөн бер стаканға өс ҡалаҡ зәйтүн майы, бер сей тауыҡ йомортҡаһы һәм шул уҡ күләмдә скипидар менән 6 процентлы уксус һеркәһе ҡушырға. Яҡшы итеп бутағандан һуң, ошо майҙы елкәнең ҡабарып торған урынына һөртөп, 15 – 20 минут тоторға. Һуңынан йылы һыу менән сайып төшөрөргә. Ошо процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң елкәгеҙ элеккесә матур һәм һығылмалы булып ҡалыр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.