

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 43 йәшлек ирҙең телефонына "инвестиция компанияһы менеджеры" шылтырата һәм аҡсаны "инвестицияларға" тәҡдим итә, йәнәһе лә, пассив килем байтаҡ буласаҡ. Ҡыҙығып, уңайлы шарттарға ризалашҡан ир бер миллион һумдан ашыу тупланған аҡсаһын һәм өс миллион һумдан ашыу кредит суммаһын инвестиция компанияһы сайтындағы "үҙ иҫәбенә" ебәрә. Аҡсаны елгә осорғанын бик һуң аңлай...
Өфөнән 35 йәшлек ир, күңел асыр өсөн, интернет селтәрендә фәхишәләр сайтын таба ла, анкеталарҙы ҡарағандан һуң ҡыҙҙы саҡырыр өсөн шунда күрһәтелгән номерға шылтырата. Әммә шылтыратыуға бер кем дә яуап бирмәй. Бер аҙҙан уға янауҙар менән шылтыратыуҙар килә. Шылтыратыусылар хәбәр итеүенсә, ир сайтты ҡарағандан һуң "ҡыҙҙарҙың анкеталары бикләнгән һәм шуның өсөн ул ашығыс рәүештә компенсация түләргә тейеш". Муттарҙың һүҙенә ышанып, ир 170 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.
Мутлашыусылар уҙған тәүлектә республика халҡынан 12 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.