

Суд билдәләүенсә, 2022 йылдың июлендә Юмағужа ауылында ЮХХДИ хеҙмәткәре 43 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2108" автомобилен тикшереү өсөн туҡтата. Иҫерек водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Инспектор машинаны тотҡарларға ҡарар итә. Шул саҡта водитель үҙенең машинаһын яндырыр өсөн бензин һауытын сығара. ЮХХДИ хеҙмәткәре уны туҡтатырға маташа, һөҙөмтәлә бензиндың бер өлөшө уның формаһына эләгә.
Прокуратуранан белдереүҙәренсә, шуны күреп, енәйәт эше фигуранты инспекторҙың кейемен яндыра, инспектор үҙе утты һүндереп өлгөрә, ләкин ҡулдарын яндыра. Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа өлөшләтә ғәйепле булыуын таный. Суд ғәйеплегә дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 2 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү ҡарары сығара.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.