Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2023, 15:38

Водитель батып үлгән

Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Водитель батып үлгәнВодитель батып үлгән
Водитель батып үлгән

9 сентябрҙә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ир "Renault Duster" автомобилендә Бөрө районының Питяков ауылына - Ағиҙелдә балыҡ тоторға сығып китә. Һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Борсолған яҡындары был турала полицияға, шулай уҡ "112"-гә шылтыратып хәбәр итә. 

- Эҙләү саралары барышында һыуға тәгәрәп төшкән автомобилдең эҙҙәре табыла, - тип яҙа Фәрит Ғүмәров. - Ваҡиға урынына республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары - водолаздар саҡырыла. Улар йылға төбөндә автомобилде генә түгел, ә водителде лә таба. Транспорт сараһы ауыр техника ярҙамында өҫкә күтәрелеп, ярға сығарылған.

Фәрит Ғүмәров яҙғанса, "ваҡиға сәбәптәре асыҡлана".

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас