"Демография" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған был программаға ярашлы, пенсионерҙарға ике мең һумлыҡ сертификат бирелә. Уны нисек тотонорға кеше үҙе хәл итә - ял өсөнмө, уҡыуғамы, һаулыҡты нығытырғамы.
Берҙән-бер шарт - хеҙмәт күрһәтеү сертификат менән түләнәсәк ойошма дәүләт сығымдарҙы ҡаплай торған исемлектә булырға тейеш. Бындай исемлек БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында бар.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.