Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2023, 15:17

Күперҙе тиҙҙән ремонтлай башлаясаҡтар

Бөрйән районының Брәтәк ауылында авария хәлендәге күперҙе ремонтлауҙы яҡын арала башларға ниәтләйҙәр. Был хаҡта республиканың Юл хужалығы идаралығынан хәбәр иттеләр.

Күперҙе тиҙҙән ремонтлай башлаясаҡтарКүперҙе тиҙҙән ремонтлай башлаясаҡтар
Күперҙе тиҙҙән ремонтлай башлаясаҡтар

Бынан алда социаль селтәрҙәрҙә ауыл халҡын Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары һәм башҡа ауыл биләмәләре менән тоташтырыусы күперҙең яраҡһыҙ хәлгә етеүе тураһында мәғлүмәт таралғайны.

- Бөрйән районының Брәтәк ауылындағы Брәтәк йылғаһы аша күпер Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында урынлашҡан. 12 сентябргә план-иҫкәртеү сараларын үтәү өсөн подрядсы билдәләнгән. Бөгөн объектҡа республиканың Юл хужалығы идаралығы һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре эштең теүәл ваҡытын билдәләү өсөн тағы ла сыҡты. Мәсьәлә контролдә тотола", - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас