

Уны һалҡын тейгәндә ҡоро килеш ойоҡбаш эсенә лә һалып йөрөргә кәңәш итәләр, башҡа төрлө лә ҡулланалар.
Аяҡтар талғанда. Тынысландырыу һәм ауыртыуҙы баҫыу өсөн 2 литр эҫе һыуға ике ҡалаҡ гәрсис һалып, ярты сәғәт самаһы аяҡтарҙы тығып ултырырға.
Тамаҡ ауыртҡанда. 100 мл һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ бал, ярты ҡалаҡ гәрсис, бер аҙ лимон һуты ҡушып бутарға һәм көнөнә 4 – 6 тапҡыр тамаҡты сайҡатырға.
Гайморит, насморк.Туҡыманы эҫе һыуға манып алғас, эсенә ҡоро гәрсис һалып урап, танауға йәки ҡаштар араһына ҡуйып ятырға.
Арҡа ауыртҡанда, артрит яфалағанда, тарамыштар тартылғанда. Ҡайнар һыуға 220 г ҡоро гәрсис онон, төйөрҙәр барлыҡҡа килмәһен өсөн, әҙ-әҙләп, бутай-бутай һалырға. Был ваннаны 20 минут ҡабул итергә.