Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2023, 12:10

Айыуға тап булырмын тип тә ҡурҡмайҙар

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә икәнен онотмағыҙ, зинһар!

Айыуға тап булырмын тип тә ҡурҡмайҙарАйыуға тап булырмын тип тә ҡурҡмайҙар
Айыуға тап булырмын тип тә ҡурҡмайҙар

Ике ир һәм бер ҡатын урманға бәшмәк йыйырға китә һәм аҙаша.Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

 

Тәүге осраҡ, Әбйәлил районының Асҡар ауылында була. Бында ирле-ҡатынлы урманға бәшмәк йыйырға китә. Юлда улар аҙаша.

 

Икенсе осраҡ Учалы районының Ураҙ ауылында теркәлә.Ир кеше урманға бәшмәк йыйырға китә һәм аҙаша.

 

Бәшмәкселәр табылған һәм медицина ярҙамына мохтаж түгел.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас