Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2023, 14:00

“Оятһыҙлыҡтың сиге юҡ!”

 Билдәле эстрада “йондоҙ”о Гөлназ Асаеваның ҡылығы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.

“Оятһыҙлыҡтың сиге юҡ!”“Оятһыҙлыҡтың сиге юҡ!”
“Оятһыҙлыҡтың сиге юҡ!”

Йырсы ғәҙәти булмаған амплуала фотоға төшкән. Гөлназ ҡара төҫтәге кейемдә, ҡара күн лосинала, сағыу макияжда.

 

Асаева үҙе фото аҫтына  ирония менән, хейтерҙарҙың һөжүменән алда: "Әсә кеше шулай фотоға төшәме? Оятһыҙлыҡтың сиге юҡ”, – тип яҙып ҡуйған.

 

Йырсының юморын хуплап, Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Айгизә лә комментарий ҡалдырған.

 

– Белегеҙ, Гөлназ Ғәлимовтың ҡыҙы менән күп  аралаша, – ти Айзилә. Әйткәндәй, ул ярым асыҡ кейеме өсөн йыш ҡына шелтә ала, шуға ла комментарийҙы шуға ишаралаған.

 

Асаеваның был фотоһы,  һуңғы ваҡытта ҡуйылған башҡа посттарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға күберәк лайк йыйған.

 

 

 

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас