

Ҡышҡы бер кистә 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһы үҙенең тиҫтерҙәре менән бергә зыян күреүселәрҙең йорто янында урамда йөрөй. Йорт хужабикәһе сығып, йоҡо бүлеп, үтә ныҡ шаулағандары өсөн уларға иҫкәрмә яһай. Уҡыусыға был оҡшамай һәм ҡатынға үпкәләп, унан үс алырға була, тик ҡышҡыһын көрт арҡаһында яуыз ниәтен тормошҡа ашыра алмай, һуңыраҡҡа ҡалдыра.
Һәм 5 сентябрҙең иртәһендә үҫмер шырпы, ҡағыҙ һәм туҙ алып, зыян күреүселәрҙең өйөнә юллана. Мунсаның тәҙрәһен ватып, эскә ингәс, туҙҙы тоҡандыра... Ғәмәлдәрен телефон камераһына төшөрә.
Ә ут мунсанан йортҡа күсә...
Бәхеткә күрә, ғаилә башлығы төтөн еҫен һиҙеп уяна, ауырлы ҡатынын һәм 5 йәшлек ҡыҙын ҡотҡарып өлгөрә. Әлеге ваҡытта ғаилә туғандарында йәшәй. Кешенең мөлкәтен аңлы рәүештә юҡ итеү факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе бер ҡайҙа ла китмәү тураһында документҡа ҡул ҡуйған.
Фото һәм видео: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.