Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентября 2023, 09:23

Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ кеше аҙашҡан

Ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, кешеләр өйҙә ултырып сыҙамай, урманға йөрөүҙәрен дауам итә һәм.... аҙашалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ кеше аҙашҡанУҙған тәүлектә республикала туғыҙ кеше аҙашҡан
Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ кеше аҙашҡан

Әйтәйек, кисә 112 хеҙмәтенә түбәндәге мөрәжәғәттәр килгән: 

- Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ир урман аша өйөнә ҡайтырға сыҡҡан һәм аҙашҡан.

- Нефтекамала 88 йәшлек ир машинаһы менән урманға бәшмәк йыйырға киткән һәм юғалған.

- Белорет районының Яңы Абҙаҡ урманында шулай уҡ "тыныс һунар" яратыусы ҡатын юғалған.

- Учалы районы Вознесенка ауылы янында өс кеше машинала юлһыҙ ерҙән йөрөгәндә, транспортты ҡалдырып (ни сәбәптән икәне билдәһеҙ), урман аша йәйәү сығып китәләр һәм аҙашалар.

-  Кушнаренко районында ике ауыл араһында бәшмәксе юғалып йөрөгән.

- Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат ауылында ике 11 йәшлек балалар юғалған булған.

Бәхеткә күрә, бөтә осраҡтарҙа ла граждандар эҙләп табылған.

Ә урманда айыуға тап булһалар?! Шул турала уйлаймы кешеләр?

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова