

Гүзәлгә быйыл 18 йәш тулған, һәм был уның беренсе һайлауҙары. Ире Айнур унан ике йәшкә олораҡ. Йәштәр бер тауыштан ғаилә ҡиммәттәре, ғаиләләргә социаль ярҙам өсөн тауыш биргән.
Айнур вахтасы, быраулаусының ярҙамсыһы булып эшләй. Гүзәл Туймазы агросәнәғәт колледжында ашнаҡсы-кондитер һөнәренә уҡый. Икеһе лә күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән, ҙур татыу ғаилә булдырыу тураһында хыяллана.
- Беҙгә балалар баҡсаларының һәм мәктәптәрҙең төҙөлөүе, балалар түңәрәктәренең һәм спорт секцияларының эшләүе, предприятиеларҙың эшләүе, ә беҙҙең яҡшы эшебеҙ булыуы мөһим, шуға күрә беҙ һайлауҙарға килдек. Беҙ үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе, йәшәгән республикабыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ, - ти йәштәр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.