

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм саралары һәм "Газпром Нефтехим Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең янғын һүндереү хеҙмәте килеп етеп, утты һүндергән.
Зыян күреүселәр юҡ. "Ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы көрәшкә 12 берәмек техника һәм 31 кеше йәлеп ителгән.
Янғын сәбәптәрен һәм ваҡиғаның шарттарын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлаясаҡ.
Фото: МЧС РБ.