Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2023, 15:00

Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай

Район баҫмалары хәбәрселәре ғәҙәти булмаған исемдәге тораҡ пункттар тураһында яҙмалар менән бүлешә.

Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлайПариж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай

Кешеләр Марсҡа ҡайта

Башҡортостандың Ауырғазы районы Марс ауылында тауыш биреү хоҡуғына эйә 30 марсиан йәшәй. Шуларҙың 16-һы өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза биргән. Башлыса 80 йәштән өлкән кешеләр, әммә, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бик эшһөйәрҙәр. Уларҙың сағыу баҡсалары һәм тәрбиәле ихаталары быға дәлил, - тип яҙа "Ауырғазы хәбәрҙәре" .

- Беҙ һеҙҙе иртәнән бирле көтәбеҙ, - ти 81 йәшлек Рәсимә Насирова һәм Әлмира Юнысова, һайлау комиссияһы ағзаларын ҡаршылап. Әйткәндәй, Марс бәләкәй булһа ла, перспективалы урын. Бөтә йорттар ҙа матур, төҙөк, ә ситендә яңылары төҙөлә. Һуңғы йылдарҙа бында 20-гә яҡын ер участкаһы һатып алынған - ҡайһы бер кешеләр тыуған яҡтарына ҡайта, башҡаларға Марста үҙ ере булыуы һәм Мэтт Деймондың "Марсианин" геройы кеүек картуф үҫтереүе оҡшай.

Парижда йәшәүселәр депутаттарҙы өйҙән һайлай

Ҡыйғы районының париж халҡы иртән үк иң матур кейемдәр кейеп, сәй эсеп һәм Эйфель башняһына ҡарап ҡунаҡтарҙы көтәләр. Башня Париждағы кеүек ҙур түгел, әлбиттә, ә бәләкәйерәк. Әммә бик оҡшаш!

- Уның ҡарауы беҙҙең сәй тәмлерәк! Был бит оло ваҡиға - һайлауҙар! Беҙ совет осоронан бирле бер һайлауҙы ла ҡалдырмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло йәшкә етеү менән һайлау участкаһына үҙ аллы барып етеүе ауырлаша. Шуға күрә өйҙә тауыш биреүҙе һораныҡ. Был бик уңайлы. Ауыл Советы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашып, үҫеш һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр өсөн тауыш бирәбеҙ, - тип уртаҡлашты улар "Беҙҙең Ҡыйғы" гәзите менән.

Швейцарияла айыҡ тормошҡа әҙерләнәләр

Бәләбәй районының Швейцарияһында быйыл ҙур техник прогресс - һайлау участкаһында тәүге тапҡыр һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) урынлаштырылған, ул үҙе күпме тауыш бирелеүен иҫәпләй.

Депутаттар һайлауҙан тыш, швейцарҙарға еңел булмаған ҡарар ҡабул итергә тура килә - ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ғариза биргән. Был турала "Бәләбәй хәбәрҙәре" яҙа.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Париж, Швейцария һәм Марс халҡы Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлай
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас