

Киләсәктә ниндәй һөнәри оҫталыҡ иғтибар үҙәгендә буласаҡ? Белгестәр әйтеүенсә, шулар: системалы фекерләй белеү, экологияға йүнәлеш тотоу, яһалма интеллект менән төрлө кимәлдә эшләү, билдәһеҙлек шарттарында ла хеҙмәт процесында булыу, төрлө тармаҡта коммуникация, клиенттар менән аралашыу, проектлау оҫталыҡтары, мультимәҙәниәтлек.
Киләсәк һөнәрҙәре араһында шундайҙар бар: виртуаль һәм өҫтәлмә ысынбарлыҡ архитекторы, инженер-программист, блокчейн-инженер (шулай уҡ блокчейн проекты менеджеры, сифат буйынса инженеры, блокчейн буйынса юридик консультант, блокченй-дизайнер), аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологы (фудтех), робототехник, XR-дизайнер йәки инженер-график, этик хакер (киберхәүефһеҙлек белгесе), нанобиотехнолог, тренд-вотчер.
Ҡайһы берҙәренең атамаһын әйтергә тел әйләнмәй, ә нисек үҙләштерергә һуң? Заман ағышы менән был ауыр булмаясаҡ. Бары тик белем алыуға етди ҡарарға кәрәк.
Әйткәндәй, 3D баҫмаһын проектлаусы булғығыҙ киләме? Был да киләсәктә бик популяр һөнәргә әйләнәсәк. Ген инженерҙары, яһалма аҡыл белгестәре, киберпротез һәм имплант уйлап табыусылар, пилотһыҙ осҡос аппараттар операторҙары, логистар менән бер рәттән беҙҙең тормошта табиптар һәм косметологтар ҙа бик кәрәкле һөнәр эйәләре буласаҡ. Ә һанап үтелгәндәрҙең барыһын да кем өйрәтә һуң? Әлбиттә, Уҡытыусылар һәм Остаздар.