

Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған мобилизацияланғандарҙы хәрби бурыстар үтәү райондарына оҙатыу тантанаһы үтте.
- Хеҙмәттә барыһы ла яҡшы, бөтә етерлек. Даими рәүештә гуманитар ярҙам килә, - тип билдәләне яугирҙарҙың береһе.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән һеҙҙе сәләмләйем һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Ғаиләләрегеҙ генә түгел, бөтә республика һәм бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙ тағы ла иң ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы хәл итергә, Ватанды батыр яҡларға юлланаһығыҙ, - тип сығыш яһаны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов. - Белегеҙ, егеттәр, һеҙ хеҙмәттә булған саҡта республика һеҙҙең ғаиләләрегеҙ, яҡындарығыҙ, шулай уҡ һеҙҙең хаҡта ла хәстәрлек күрәсәк. Һәр ике аҙна һайын һеҙгә гуманитар конвойҙар ебәрелә һәм 15 сентябрҙә сираттағыһы юлға сығасаҡ, унда яҡынса 20 фура бар.
Ирек Сәғитов билдәләүенсә, бөгөнгө көнгә Башҡортостандан меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Яугирҙарҙы иҫән-һау өйҙә көтәбеҙ!
Фото: Валерий Шахов, "Башинформ".