

Эҙләү саралары барышында "ВАЗ-2110" автомобиле табыла. Водитель ҡасырға маташа, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы эҙәрлекләүҙән һуң ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм участка уполномоченныйҙары тарафынан тотола. Ирҙе тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәтә.
Хөрмәтле дуҫтар! БР буйынса Эске эштәр министрлығының 8(347) 279-32-92 һанлы ышаныс телефоны эшләүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусылар тураһында хәбәр итегеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп юлдарҙы хәүефһеҙ итәйек!
Фото: БР ЮХХДИ.