Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2023, 06:30

Аңһыҙ үлем һәр ерҙә һағалай...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс кеше һәләк булған.

Аңһыҙ үлем һәр ерҙә һағалай...Аңһыҙ үлем һәр ерҙә һағалай...
Аңһыҙ үлем һәр ерҙә һағалай...

Иртән "ВАЗ-2109" автомобиле водителе полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы талаптарын һанға һуҡмай, тиҙлеген арттырып, ҡасырға маташа. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре утлы маяҡтар һәм тауыш сигналы менән эҙәрлекләү ойоштора. Өфө районының Зубов ауылында машина юлдан осоп түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 20 йәшлек водитель ваҡиға урынында һәләк була, ике иҫерек пассажир еңелсә йәрәхәттәр ала.

Иртәнге сәғәт унынсыла Белорет районында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 111-се саҡрымында, Өфөнән 64 йәшлек ир "Лада Грант" машинаһында юл ситендә туҡтай, һуңынан тирә-яғына ҡарамайынса, ахыры, боролоп китә башлағас, ыңғай барған "Рено Меган" менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобиле водителе ваҡиға урынында вафат була.

Кисен Ҡариҙел районында, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 74-се саҡрымында, 38 йәшлек ир, юл эштәре ваҡытында катокта артҡа табан хәрәкәт итеп, машина артында телефондан һөйләшкән 61 йәшлек эшсегә бәрелә. Һөҙөмтәлә оло йәштәге эшсе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була.

Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас