Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2023, 16:00

9 сентябрҙә Халыҡ-ара матурлыҡ көнө билдәләнә

Кеше булған ерҙә тормош бар, тормош булған ерҙә һөйөү бар, һөйөү булған ерҙә матурлыҡ бар. (Ғайса Хөсәйенов).

9 сентябрҙә Халыҡ-ара матурлыҡ көнө билдәләнә
9 сентябрҙә Халыҡ-ара матурлыҡ көнө билдәләнә
Лилиә ҺАҠМАР
 
 
СӘС ҺӘМ МАТУРЛЫҠ
Ҡатындарҙың эштәре күп:
Сәс матурлау ни тора?!
Көн дә бер яңылыҡ кәрәк,
Үҙгәрмәһәң – “бисура”...
Оҙон сәс булһа – ҡырҡырға,
Ҡыҫҡа икән – үҫтерәм!
Бөҙрә булһа – турайтырға,
Тураһын – бөҙрәләтәм!
 
Ир-егеткә сәс матурлау –
Кеҫәһендә бер тараҡ!
Түбәләре йылтыраһа
Бөтөнләй ташлай ҡырып...
Зарланмай ҡатын сәсенә,
Ташламай бер ҙә ҡырып,
Гүзәллек өсөн тыуғанға
Түҙә, гел сыға йырып.
Наҙ, мөхәббәт өмөт итә –
Юғалып ҡалмай баҙап:
Серле көҙгөнө күргәндәй
Йәшәй бирә үҙ иренең
Йылтыр башына ҡарап...
 
ххх ххх ххх ххх
 
Миңлегөл ХИСАМОВА.
 
Ер йәшенә һоҡланғандар матур,
Ғашиҡ ҡына яҡты күңеле.
Йөрәк утын яндырғандар матур,
Ауырлыҡтан ҡасмаҫ төңөлөп.

Аҡ донъяға һоҡланғандар матур,
Батыр улар яҡлар саҡтарҙа.
Афәттәрҙән аяр, табыр таяу,
Саф намыҫын бирмәҫ тапларға.

Кешелекте аяғандар матур,
Киләсәкте аяҙ иткәндәр.
Ҡулдарына сабый күтәргәндәр,
Өмөттәрҙе ҡояш иткәндәр.

Бер-береһен яратҡандар матур,
Тағатҡандар күңел болотон.
Күктәрендә хыял йөрөткәндәр
Үҙ ҡайғыһын йотор, онотор.

Изгелекле, иманлы йән матур,
Аҡҡа табынғандар ғорурҙар.
Аҡлыҡ, паклыҡ, сафлыҡ күҙгә ҡарап,
Ғүмер буйы һынап торорҙар.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас